-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Февраль 2019, 11:20

Республикала балалар турҙарын ойоштороу өсөн электрон майҙансыҡ булдыралар

Тиҙҙән дәүләт хеҙмәттәре порталында республика туроператорҙары һәм уларҙың тәҡдимдәре тураһында мәғлүмәт баҫылып сығырға тейеш.

Башҡортостанда балалар турҙарын һәм экскурсияларын ойоштороу өсөн берҙәм электрон майҙансыҡ булдыралар. Тиҙҙән дәүләт хеҙмәттәре порталында республика туроператорҙары һәм уларҙың тәҡдимдәре тураһында мәғлүмәт баҫылып сығырға тейеш. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында белдереүҙәренсә, балалар ялын ойоштороусылар даими рәүештә ауырлыҡтар менән осраша. Балаларҙы йөрөтөү өсөн айырым рөхсәт алырға тура килә. «Берҙәм тәҙрә» режимында эшләү күпкә ябайыраҡ. Туроператорҙар балалар өсөн каникулдарға һәм ял көндәренә иҫәпләнгән турпродукттар әҙерләй. Был ике төп йүнәлеш: Өфө буйлап экскурсиялар һәм илдең, төбәктең билдәле курорттары буйлап сәфәрҙәр.
Читайте нас в