-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2019, 13:49

Байрам һаны – бай һан!

“Аманат”тың Шаҡай һанына күҙәтеү.

Көндәр әле лә бик һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, күңелдәр иләҫләнә, ниндәйҙер бик тулҡынландырғыс ваҡиға булыр кеүек. Ни өсөнмө? Сөнки, беренсенән, тиҙҙән – яҙ, ә икенсенән – бына-бына “Аманат”тың өр-яңы номеры килеп етә! Йән дуҫтарыбыҙҙы зарыҡтырмайыҡ тип, журналдың Шаҡай һанында нимәләр булыры тураһында һөйләп үтәйек әле.

“Аманат”тың Шаҡай һанында “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияһында ҡатнашып, бығаса журнал биттәрендә сығып өлгөрмәгән шәп тиҫтерҙәребеҙ менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Уларҙың фотолары журналдың беренсе битендә үк баҫылып сыға!
2018 йылда журнал Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһе ойошторғайны. Ниһайәт, конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы ла булып үтте. Уларға фонд етәксеһе Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы тураһында Зөбәржәт апайығыҙҙың “Бында ижад тантана итте” мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.
Шуны иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: был бәйгеләр әле лә бара, шуға күрә үҙегеҙ ижад иткән шиғыр, хикәйә, әкиәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ. Әлеге һанда тиҫтерҙәрегеҙҙең Ватанды һаҡлаусы көнөнә арналған ижад емештәре урын алған.
Ә һеҙ беләһегеҙме, Башҡортостандың беренсе Президенты – Мортаза Рәхимов бала сағында хоккей уйнарға, “Пионер” журналын (“Аманат”тың элекке исеме шулай булған) уҡырға яратҡан икән! Ул үҙенең бала сағы, үҫмер ваҡыты тураһында “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында хәбәрсебеҙ Миләүшә Баййегетова менән әңгәмә барышында һөйләй. Ил ағаһының өлгө булырҙай тарихы тураһында “Аманат”тың 2-се һанында уҡырһығыҙ.
Ошо уҡ рубрика аҫтында Зөһрә Бәшәрова Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов тураһында ла бәйән итә. Бәләкәй Таһирҙың шуҡлыҡтары, кисерештәре, нисек итеп 15 йәшендә беренсе синыфҡа барыуы тураһында был мәҡәлә һеҙгә оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Кем алыҡ, кем белә – Башҡортостан Республикаһына быйыл нисә йәш тула әле? Онотоп китһәгеҙ иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Башҡортостандың автономия яулауына теүәл 100 йыл тула! Был титул Башҡортостанға еңел бирелмәгән шул. Тарихсы ағайығыҙ Азат Юлан үҙенең “Автономия яулаған ғәскәр” тип аталған мәҡәләһендә башҡорт ғәскәренең ҡыҙылдар яғына сығыуы тураһында яҙған.
Моғайын, һеҙ уҡыған мәктәптәрҙә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнөнә арналған ярыштар ойошторолғандыр. Командаларға бүленеп, исем, девиз уйлап бер булғанһығыҙҙыр, шулаймы? Бына Шәһит тигән малай ҙа мәктәп командаһына ниндәй исем бирергә тип баш вата. Ниндәй исем ҡушҡанмы? Бының турала үҙенең мәҡәләһендә Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре Рәзилә Ырыҫҡужина мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
Байрам булғас, “Егетлек мәктәбе”ндә әрме тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Рәзил Бикбулатов армияла хеҙмәт итергә кәрәкме, юҡмы икәнлеге тураһында бик фәһемле мәҡәлә яҙған. Айырыуса малайҙарға быны белеү кәрәк. Ысынлап та, әрме кәрәкме ул?
Журналыбыҙҙың Шаҡай номерында шаҡ ҡатырырлыҡ эштәр эшләгән тиҫтерҙәребеҙ тураһында ла яҙҙыҡ! Йәш геройҙар тураһында Зөбәржәт Яҡупованың “Батыр йөрәкле балалар”, Миләүшә Баййегетованың Путиндың самолетында булған, хатта уның ултырғысында ултырып ҡараған Арыҫлан Ҡәйепколов тураһындағы мәҡәләһе һеҙҙе рухландарыр, моғайын.
Ә һеҙ ҡунаҡ саҡырырға яратаһығыҙмы? Ә ҡунаҡҡа барырға? Гүзәлиә Ғүмәрова апайығыҙ “Һабаҡ” рубрикаһында ни өсөн ҡунаҡ һыйлау – оло сауап икәнлеген аңлата. Был мәҡәлә йәш хужабикәләр өсөн айырыуса фәһемле булмаҡсы!
Яуапһыҙ тәүге мөхәббәт... Эйе, ошо теманы йыш яҡтыртҡан “Мәңгелек сер” рубрикаһында был юлы ла йәш ҡыҙҙың хаты баҫылды. Уны уҡып, яуап хаттар яҙырһығыҙ, тип өмөт итәбеҙ. Был хатты кем яҙғаны әлегә сер булып торһон. Шулай ҙа был һандың спорт, замана балалары, макродонъя, балалар хоҡуғы менән ҡыҙыҡһыныусыларға, төрлө мөғжизәләргә битараф булмағандарға бик күп мәғлүмәт килтереүен йәшерә алмайбыҙ.
“Аманат” журналын конкурс, уйындарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. “Башэшләтмәк” рубрикаһындағы “Пионер” журналында сыҡҡан латин яҙмалы тексты уҡып, уны хәҙерге башҡортт теленә ауҙарып ебәреүселәр өсөн уйын дауам итә. Конкурстың шарттары шул уҡ – кем иң беренсе булып электрон йәки ҡағыҙ хатта дөрөҫ яуап ебәрә – шул еңеүсе.
Шулай уҡ “Ай, һылыу!”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурстарына ебәрелгән фотолар, яҙмалар журнал биттәрендә донъя күрҙе. Ә “Хат-хәбәр”ҙә уҡыусылар ағай, олатайҙар тураһында йөкмәткеле хаттары баҫылды. Афарин, дуҫтар, гел шулай әүҙем булығыҙ! Яҙылығыҙ, алдырығыҙ, яҙышығыҙ!
Тағы ла берҙе иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: 1 февралдән "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына арзаныраҡ хаҡҡа алдан яҙылыу башланды. Ул 31 мартҡа тиклем дауам итә. Шуныһына иғтибар итегеҙ: журналға ошо арала яҙылып өлгөрһәгеҙ, уның хаҡы ярты йылға - 340 һум 08 тин тәшкил итә. 1 апрелдән хаҡы арта. Шуның өсөн февраль-март айҙарында яҙылып ҡалыуығыҙ отошлораҡ булыр.
“Аманат”ты һағынып көтөп алған барлыҡ уҡыусыларҙы 23 февраль – Ватанды һаҡлаусы көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең кеүек әүҙем, шәп, зирәк балалар булғанда, беҙгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамаҫ. Ни тиһәң дә, һеҙ – беҙҙең киләсәгебеҙ. “Аманат”ты алдырып уҡып, белемле, аҡыллы булып үҫегеҙ!
Читайте нас: