+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2019, 12:19

Башҡортостанда киҙеү эпидемияһы кәмей бара

Эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 11 февралдән 17-һенә тура килде.

Башҡортостанда киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялар эпидемияһы кәмей бара, тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.
Һуңғы дүрт аҙнала сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелде, эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 11 февралдән 17-һенә тура килде. Үткән аҙнала (18-24 февралдә) грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекциялар менән ауырыуҙың 34,7 мең осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа — 20,1 мең осраҡ. Был сирлеләрҙең дөйөм һанынан 58% тәшкил итә.
Республика халҡы араһында сирләүселәр һаны эпидемик сиктән 46,6% юғарыраҡ, үткән аҙна менән сағыштырғанда 8,2% кәмене. Ауырыуҙың эпидемик сиктән күтәрелеүе өлкәндәр араһында ғына күҙәтелә — 75,7%.
Өфөлә, яҡынса диагноздар буйынса, 12 мең кеше киҙеү һәм ОРВИ менән ауырый, шул иҫәптән 5,9 мең бала теркәлгән (49,6%). Өфө халҡы араһында ауырыусылар һаны эпидемик сиктән 55,5% юғарыраҡ. Уҙған аҙна менән сағыштырғанда сирләү осраҡтары 1% кәмене. Баш ҡалала ла өлкәндәр иҫәбенә сирҙең эпидемик сиктән артыуы күҙәтелә (+82,3%).

Читайте нас: