Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Сибай ҡалаһының моделле балалар китапханаһында булды. Осрашыуҙа ул китап һөйөүсе балаларға Рәсәй китап союзынан нәфис һәм фәнни-танып белеү әҙәбиәт бүләк итте.
“Смартфондарығыҙҙы ситкә һалып тороғоҙ, күберәк китап уҡығыҙ. Был бик файҙалы шөғөл”, - тине ул балаларға. Уҡыусылар иһә, үҙ сиратында, республика башлығы менән спорт, яратҡан шөғөлдәре, китаптар тураһында әңгәмә ҡорҙо.
Моделле балалар китапханаһы Сибайҙың үҙәгендә, күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Уның фонды бай – 35 меңдән ашыу китап, 60-лаған гәзит-журнал тәшкил итә, уҡыу залы интернет селтәренә тоташтырылған. Китапхана 7000 самаһы баланы хеҙмәтләндерә.