-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Февраль 2019, 18:42

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан 600 баланан торған хор йырлаясаҡ

1 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Йырлайым һиңә, республика» исемле концерт була.

1 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә «Йырлайым һиңә, республика» исемле концерт була.
Алты йөҙ йәш яҡташыбыҙ тыуған төйәге тураһында йырлай. Балалар кисәне Рәсәй һәм Башҡортостан гимны менән аса.
Концерт Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында үтә. Оркестр пульты артында — Рәсәй Дәүләт академия симфоник капеллаһы һәм Дәүләт академия Ҙур театры дирижеры Дмитрий Крюков.
Башҡортостан Республикаһының Балалар хоры 2014 йылда мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың башланғысы менән ойошторолған. Хорҙа республиканың балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре, шулай уҡ Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Балалар опера студияһының хор коллективтарынан моңло тауышлы балалар йырлай.
Проекттың художество етәксеһе — республикала Бөтә Рәсәй хор берләшмәһе етәксеһе Алһыу Хәсбиуллина.
Башҡортостандың Балалар хоры менән 2015 йылда таныштырҙылар. 2016 йылда коллектив республиканың Йәштәр симфоник оркестры оҙатыуында Рәсәй киноһы йылы уңайынан концерт менән сығыш яһаны.
Читайте нас: