Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған әҙәби конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү булды.
Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән берлектә «Аманат» Республика балалар-үҫмерҙәр журналы тарафынан ойошторолдо. Ул үҫмер балаларҙың (проза («иҗади ҡомары”) һәм шиғыр («Башҡортостан беҙҙән башлана»)) әҫәрҙәре буйынса үткәрелде.
2018 йыл дауамында журналда бөтөн республиканан уҡыусыларҙың иң яҡшы шиғырҙары һәм әҫәрҙәре баҫылып сыҡты.
Конкурста еңеүселәрҙе шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова бүләкләне. «Бөгөн бында йәш яҙыусылар, шағирҙар, буласаҡ журналистар йыйылды. Кешелек бөйөк нәмә уйлап тапҡан. Ул кешеләргә белем биреүсе – китап. Атайым “Пионер” журналында эшләгән. Уның бик күп әҫәрҙәре балаларға арналған. Шуға күрә һеҙҙең алда сығыш яһауы миңә тулҡынландырғыс. Иҫән булһа, һеҙҙең уңыштарығыҙҙы күреп, ысын күңелдән ҡыуанып ултырыр ине. Был байрам һеҙҙең хәтерегеҙҙә һаҡланһын. Атайым әйткәнсә “ҡояшлы яҡта” йәшәгеҙ, ижад итегеҙ, - тине Әлфиә Мостаевна.
Тантаналы сарала “Аманат”журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин, БР Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, сатирик-шағир Марсель Сәлимов, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы Гөлнур Яҡупова, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, шағир Салауат Әбүзәр ҡатнашты.
Әҙиптәр балаларға автографлы китаптарын бүләк итте, Мостай Кәрим тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
“Аманат” журналы менән мин бәләкәйҙән дуҫ. Журнал ойошторған шиғри бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, хәбәрләшеп торам. 2014 йылда “Аманат”тың “Йәш хәбәрсе” танытмаһын да алдым. Ул ваҡытта мин алтынсы синыфта уҡый инем. 2018 йылғы шиғриәт бәйгеһендә еңеүсе булғас, “Аманат” журналының, Мостай Кәрим фондының Маҡтау билдәләренә лайыҡ булдым. Журналға тәҡдим иткән шиғырым менән районда үткән конкурста сығыш яһап, еңеүсе булдым.
Ижадыма ҡанат ҡуйыусы ағай-апайҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм!
“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,
Бүздәк районының Иҫке Боғаҙы мәктәбе уҡыусыһы.