+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2019, 11:40

Бөгөн "Аманат"тың тыуған көнө

Туғыҙ тиҫтәлек ғүмер.

Бынан 90 йыл элек 1929 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариаты тарафынан “Керпе” тигән балалар журналы сығарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ул заманда ил алдында балаларҙы уҡытыу маҡсаты торғас, баштан уҡ аң-белем биреү төп йүнәлеш итеп алына. Исемен дә оҙаҡ уйлап тормайҙар, сөнки шул осорҙа урыҫ балалары өсөн “Еж” тигән журнал сыҡҡан булған инде. “Еж” – 1920 йылдарҙа Самуил Яковлевич Маршак һәм Корней Чуковский тарафынан ойошторолған балалар журналы. Ул урта йәштәрҙәге балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы, күңелле һәм әҙәби баҫма була, Рәсәйҙә бик популярға әйләнә. Әммә исеме аҙаш йәнлек менән һис бәйле булмай, был һүҙ “ежемесячный журнал” тигәндән ҡыҫҡартып алынған.
Мөхәррире аныҡ күрһәтелмәгән, тимәк, баҫма коллектив авторҙар тарафынан эшләнгән булғандыр. “Редакторы – “Белем” редколлегияһы” тип ҡуйылыуы ла шуға ишара.
Журналдың беренсе һандан уҡ төҫлө тышлыҡ менән нәшер ителеүе һәм төрлө темаларға ҡағылыуы күҙгә ташлана, был ил хөкүмәтенең балаларға ҙур иғтибар бүлеүе хаҡында һөйләй. Тәүге һанда уҡ шиғырҙар, хикәйәләр баҫылған, балаларға һауа торошон күҙәтеп барыу өсөн көндәлекте нисек алып барырға өйрәтелгән, “Тәбиғәт ҡыҙыҡтары”, “Керпе уйыны” тигән мауыҡтырғыс махсус рубрикалар асылған. Нимәһе ғәжәп: шул ваҡытта баҫылған материалдар хәҙерге балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр ине.
1930 йылда баҫма “Пионер” исемен ала, ул Башнаркомпрос һәм өлкә пионерҙар бюроһының сәйәси, ижтимағи балалар, пионерҙар журналы була. Мөхәррире итеп шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтйәров Хәй тәғәйенләнә. Ошо йылда октябрҙә сыҡҡан һанынан ул беренсе баҫҡыс мәктәптәренең 3-сө, 4-се төркөм уҡыусылары өсөн журнал-дәреслек статусы ала. Был хаҡта йәйге һанда иғлан итәләр. Статусы һәм исеме алышыныу менән журналдың күләме лә арта, ул 18 битлектән 64 битлегә әйләнә, төп йүнәлеш итеп балаларҙы коммунистик идеологияла тәрбиәләү, яңы совет кешеһе үҫтереү маҡсаты ҡуйыла. Яуаплы редакторы итеп Ғ. Тимерғазин билдәләнә.
Ә 1934 йылдың беренсе һаны (февралдә) әҙәби, рәсемле балалар журналы тип билдәләнә, редакторы яҙыусы Мөслим Марат була. Быға тиклем журнал йә ай һайын, йә ике айға бер сығып тора, редакторҙары ла йыш алышына. Мәғлүм булыуынса, ул ваҡытта яуаплы кешеләр бер юлы бер нисә урында эшләгән, шуға төрлө һанда сығарыусы мөхәррир тип төрлө кеше күрһәтелеп килгән. Улар араһында Зәйнәб Биишева, Ә. Урманов, Мөслим Марат, Нәғим Хафизов, Абдулла Әминев, Һиҙиәт Әсәҙуллин, Вәли Нафиҡов, Ғ. Ғөзәйеров, Рәйлә Күлбаева, Әхтәм Ихсан бар. Ниһайәт, 1937 йылдың октябренән журналды даими сығара башлау тураһында һөйөнсөләйҙәр.
1941 йылға тиклем “Пионер” латин графикаһы нигеҙендә эшләнгән башҡорт алфавитында баҫыла. 1941 йылдың ғинуар-февраль (ике айҙың һандары бергә) тип билдәләнгән һаны Н. Тимашев редакторлығында урыҫ алфавиты нигеҙендә эшләнгән һәм беҙ әле ҡулланған яңы башҡорт алфавитында сығарылған. Дәһшәтле һуғыш йылдарында фронт гәзиттәре өсөн ҡағыҙ күп талап ителеү сәбәпле бөтөн ил буйлап бик күп гәзит-журналдарҙы, шул иҫәптән “Пионер”ҙы ла нәшер итеү туҡталып тора һәм ул 1952 йылдың сентябрендә генә шағир Шәриф Бикҡол етәкселегендә яңынан сыға башлай.
1991 йылдың апреленән “Пионер” журналы “Аманат” исемен ала. Асылда ул шул ваҡыттан идеологик матбуғат булыуҙан туҡтап, тәүге – “Керпе” ҡуйған маҡсаттарҙы яңынан ҡайтара, балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм фәһемле баҫмаға әүерелә башлай.
Сыға башлағандан алып, журналдың тышлығы төҫлө була, уны бик ҙур зауыҡ менән биҙәп сығарыр өсөн төрлө рәссамдар йәлеп ителә. Ул ваҡыттарҙа сыҡҡан журналдарҙы ҡулға алһаң, әле лә һоҡланып ҡарарлыҡ.
50-се йылдарҙан алып уның форматы үҙгәрмәй. 1982 йылға тиклем журнал ике төҫтә нәшер ителә, 1983 йылдан сағыу төҫлө журнал сығарыла башлай. 2007 йылдан “Аманат”тың тышы ялтыр ҡағыҙҙа баҫыла башланы, ә 2008 йылда уның уртаһына ялтыр ҡағыҙҙа баҫылған ҡушымта өҫтәлде һәм журналдың дөйөм күләме 36 биткә етте.
Читайте нас: