+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2019, 12:20

"Аманат" журналы эш сәфәре менән Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәктәбендә булды.

Журналыбыҙҙың юбилейына ҡарата, тәбрик һүҙҙәрен мәктәп уҡыусылары шиғри юлдарға һалған.

"Аманат" журналы эш сәфәре менән Ғафури районы Сәйетбаба ауылы мәктәбендә булды. Журналға яҙылыу кампанияһы осоронда уҙғарылған "Яҙыл да бүләк от!" бәйгеһендә ҡатнашып, "Аманат"тың фирма сәғәтен отоусы Сәйетбаба мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Вәлиева үҙенең бүләк-сәғәтен, Маҡтау билдәһен алып һөйөндө. Уның ҡыуанысын уртаҡлашырға бөтөн мәктәп йыйылғайны. Мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова һәм уҡытыусылар коллективы журналдың туҡһан йәшлек юбилейы айҡанлы изге теләктәрен, йылы һүҙҙәрен әйтте. Донъялағы иң боронғо "Аманат"тың дуҫтары Ғафури районында йылдан-йыл арта барһын ине тигән теләктә, осрашыуҙан йылы тәьҫораттар алып ҡайттыҡ.

"Аманат"тың юбилейына ҡарата, тәбрик һүҙҙәрен мәктәп уҡыусылары шиғри юлдарға һалған:

"Аманат"ҡа дан йырлап,

Яҙылдыҡ беҙ журналға.

Беҙҙең яратҡан баҫмабыҙ,

Әйҙәй беҙҙе гел алға!

Тыуған көнөң менән ҡотлап,

Һөйләрбеҙ әкиәт, шиғыр.

Мәңге йәшә, мәңге йәшнә,

Даның яңғырап торһон!

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе уҡыусылары.
Читайте нас: