+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Март 2019, 19:13

Радий Хәбиров футбол көйәрмәндәре менән фото төштө

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Өфө" футбол командаһы уйынын беренсе тапҡыр ҡарарға килгән.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров "Өфө" футбол командаһы уйынын беренсе тапҡыр ҡарарға килгән. Стадиондан сыҡҡан саҡта Радий Фәрит улын уҡыусы балалар уратып алған. Фотосессия 10 минуттан ашыу барған. Фотоға төшөүҙән тыш, балаларҙы бишкөнлөккә күсеү ҡыҙыҡһындырҙы. Республика етәксеһе ҡайһы бер мәктәптәрҙең 1 апрелдән, ә ҡалғандарныңы яңы уҡыу йылынан бишкөнлөккә күсеүе хаҡында хәбәр итте.

«Өфө» — «Динамо» командалары осрашыуы 1:2 иҫәбе менән тамамланды.
Читайте нас: