Тиҙ арала үткәрелгән бәйге булһа ла, редакция почтаһына, интернет төркөмөбөҙгә һәр тарафтан хаттар ағылып торҙо. Журналға дан йырлаған шиғырҙар, мәҡәләләр уҡып, телебеҙҙең байлығына, гүзәллегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Ебәрелгән фотоһүрәттәр ҙә шул тиклем ҡыҙыҡлы.
Үҙенсәлекле слайд-шоу эшләп ебәргән “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Учалы районы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Йосопова беренсе урынға лайыҡ булды. “Аманат”ҡа арналған был эшендә Сөмбөл шағирға ла, ашнаҡсыға ла, фотографҡа һәм музыкантҡа ла әйләнгән.
2-се урын Бөрйән районының Иҫке Собханғол урта мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Ҡотлобаевҡа һәм 3-сө урын Бөрйән районының Байназар мәктәбе уҡыусыһы Нурислам Мөхәмәтйәнов бәхетенә төштө.
Мәҡәләләр буйынса ла урындар билдәләргә булдыҡ. 1-се урынды “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе, Әбйәлил районы Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыһы Заһиҙә РӘЖӘПОВА, 2-се урын Әбйәлил районы Амангилде урта мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Өмөтҡужина яуланы.
Ижади коллективтарҙан Ғафури районы Сәйетбаба мәктәбенең икенсе синыф уҡыусылары һәм Йөҙимән мәктәбе, Бөрйән районы Байназар ауылынан Диана һәм Илназ Теләүсиндар маҡтауға лайыҡ. Уларҙың берҙәмлегенә, дуҫ-татыу булыуҙарына афарин тип әйтәбеҙ!
Беҙҙең хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ ҙа был ижади конкурста бик әүҙем ҡатнашты. Улар – Ғафури районы Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты тәрбиәсеһе, юғары квалификациялы уҡытыусы Саимә Игелекова, Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Йылҡыбаева. Беҙ беләбеҙ, уҡытыусыларҙың мәктәптән тыш та эштәре бихисап, шулай булһа ла ваҡыт табып, уҡыусыларын ижадҡа дәртләндергән, уларҙың эштәрен беҙҙең редакцияға ебәреүҙе ойошторған үрҙә атап үткән уҡытыусыларға һәм дә Бөрйәндән Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәховаға, Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаеваға, Ғафури районының Сәйетбаба, Йөҙимән мәктәбе уҡытыусыларына рәхмәттәребеҙ сикһеҙ.
Редакцияға килгән барлыҡ шиғырҙар, мәҡәләләр, фотоһүрәттәр ҙә юғары кимәлдә ижад ителгән, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Кәңәшләшкәндән һуң, шундай фекергә килдек: конкурста ҡатнашҡан һәр бер ижад емеше журналдың алдағы һандарында донъя күрәсәк.
Балаларҙың, синыф һәм мәктәп коллективтарының, уҡытыусыларҙың бәйгелә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн “Аманат” журналы редакцияһы коллективы уларға ҙур рәхмәтен белдерә. Еңеүселәр – Маҡтау билдәһе, ә мәҡәлә авторҙары һәм ижади коллективтар Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнәсәк.
Бергә булайыҡ! Берҙәм булайыҡ!