+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2019, 15:35

Фильм төшөргөң килһә – рәхим ит!

Башҡортостанда “Еңеү тарихы” тип аталған акция башланды. Унда юғары синыф уҡыусылары, урта махсус белем биреү йорттары талиптары ҡатнаша ала.

Башҡортостанда “Еңеү тарихы” тип аталған акция башланды. Унда юғары синыф уҡыусылары, урта махсус белем биреү йорттары талиптары ҡатнаша ала.
Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығына арналған “Еңеү тарихы” акцияһын тәү башлап тәҡдим итеүселәр араһында БР-ҙың башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете – Каринэ ХӘбирова ла булды.
Акция барышында уның ҡатнашыуслары һуғыш ветерандары менән осрашып, видео-интервью алырға тейеш. Бының өсөн һәйбәт сифатлы смартфон ҡулланырға ла ярай. Тик интервьюны алдан социаль селтәрҙәргә һалыу тыйыла. Материалдарҙы ойоштороусыларға ебәрергә кәрәк буласаҡ. Аҙаҡ шул яҙмаларҙы берләштереп, БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре тарихи фильм эшләйәсәк. Уны 9 май көнө БСТ каналынан ҡарарға була.
Читайте нас: