+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Март 2019, 19:44

"Үлем менән һатыу итеү урынын белдерт!»

Республикала "Үлем менән һатыу итеү урынын белдерт!» исемле Бөтөн Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акция эшләй башланы.

Республикала "Үлем менән һатыу итеү урынын белдерт!» исемле Бөтөн Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акция эшләй башланы. 11 марттан алып "ҡыҙыу линия"лар буйынса шылтыратып, ҡайҙа, кемдәр наркотиктар менән һатыу итә, ҡайҙа һаҡлайҙар - шуның тураһында хәбәр итергә мөмкин буласаҡ.
"Мин әйткәнде белеп ҡалырҙар" - тип ҡурҡырға кәрәкмәй, белгестәр исем-шәрифтәрҙе бер кемгә лә әйтмәйәсәк. Шулай уҡ, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ла шылтыратырға мөмкин буласаҡ.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙҙең шылтыратыуығыҙ бер йәки унан да күберәк тиҫтерҙәрегеҙҙе ҡот осҡос яңылыш аҙымдан ҡотҡара ала. Һәр хәбәр күҙ уңында тотолоп, ныҡлы тикшереләсәк.
Был һорауҙар буйынса Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығында ышаныс телефонына ла шылтыратырға мөмкин. Номеры - 8(347)279-32-92.
Һаҡ һәм уяу булығыҙ!
Читайте нас: