+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2019, 13:51

Нияз Мәһәҙиев арабыҙҙан китеп барҙы

Журналист, шағир, 1996-2002 йылдарҙа "Аманат" журналынын баш мөхәррире булып эшләне.

Нияз Мәһәҙиев арабыҙҙан китеп барҙы. Журналист, шағир, 1996-2002 йылдарҙа "Аманат" журналынын баш мөхәррире булып эшләне.


НИЯЗ БИКЙӘН улы МӘҺӘҘИЕВ 1963 йылда Темәс ауылында тыуған. Өфө ҡалаһында художестволы интернат-мәктәптә уҡый. Өфө нефть техник институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Баймаҡ ҡалаһында архитектор – баш инженер булып башлай. Баймаҡ район гәзите эргәһендә радиотапшырыуҙар ойоштора. “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзиттәрендә төрлө вазифаларҙа, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, “Комсомольская правда” гәзитенең шәхси корреспонденты, “Аманат” журналының баш мөхәррире булып эшләй.

“Халыҡ һүҙе” тип аталған үҙаллы гәзиттең мөхәррире булып эшләгән осорҙа ул ябай халыҡтың үтенестәрен, ялыуҙарын тикшереп, ярҙам итергә тырышты.


"Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре Нияз ағайҙың яҡындарының, тормош иптәше, шағирә, Зөһрә Ҡотлогилдинаның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Читайте нас: