10 март КХЛдың көнсығыш конференцияһының ярымфиналға сыҡҡан командалар билдәләнде. “Салауат Юлаев” – “Автомобилист”ҡа, “Барыҫ” “Авангард”ҡа ҡаршы уйнаясаҡ. Әйтергә кәрәк, хоккей белгестәренең күбеһе ярымфиналда “Салауат Юлаев” ”Авангард” менән осорашҡанын телемәнеләр, сөнки Омск хоккейсылары ”Аҡ барыҫ” командаһын осорашыу серияһында 4:0 менән тар мар-итеп оҙаҡ итеп ял иткән. Беҙҙең команда ”Металлург” менән көсөргәнешле алыштан һуң ял итеп өлгөрмәгән. Өҫтәүенә йәрәхәтләнгән уйынсылар йүнәлмәгән. 14 март Өфө хоккейсылары Екатеринбург ҡалаһына юлланасаҡтар. Уңыштыр теләп ҡалайыҡ. САЛАУАТ - ЧЕМПИОН тип оран һалырға яҙһын!