-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2019, 12:31

Йәнә "Хыял"ға табан

Сибайҙан 250 бала алты автобуста йәнә Магнитогорск аэропортына юлланды.

10 март таң менән Сибайҙан 250 бала алты автобуста йәнә Магнитогорск аэропортына юлланды. Йәш яҡташтарыбыҙ артабан Симферополь ҡалаһына оса, унан автобустарға ултырып барып, Евпаторияның “Хыял” шифаханаһында дауаланыу курстары үтәсәк.

Ата-әсә араһында ҡаланың Көньяҡ ҡасабаһында йәшәгән Нурзиә менән Азат Бураншиндар ҙа бар. Әле улар 10-12 йәшлек улдары Бәхтийәр һәм Даниярҙы оҙата.

– Имен-һау ғына барып, матур ял итеп, дауаланып ҡайтһындар. Тәүге тапҡыр беҙҙән оҙаҡҡа айырылалар, әлбиттә, һағынырҙар. Бергә булыуҙары күңелде йыуата, – ти әсәләре Нурзиә.

Ә бына Рәмилә менән Зәбир Торомтаевтар улдары Кәрим өсөн тыныс.

– Ул, ғаиләлә кинйә бала булһа ла, күптән үҙаллы булып өйрәнгән. Бөтөн эште белеп башҡара, ифрат етди. Шуға күрә улыбыҙ өсөн тынысбыҙ, уға ышанабыҙ, – ти Рәмилә Юлай ҡыҙы. – Иң мөһиме – Ҡара диңгеҙ буйындағы ял файҙалы булһын, балаларыбыҙ һаулығын нығытып, ер-һыу күреп, имен-һау әйләнеп ҡайтһын.

Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп, үҙҙәренең етәкселәре менән автобустарҙан урын алды.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошоға тиклем Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырымда ял итеп, һаулығын нығытып ҡайтты. Сираттағы 250 уҡыусыға ла яҡшы сәфәр теләйбеҙ.

Автор: К. ИШБУЛДИНА. Фото: Рәмилә Торомтаева фотолары


Читайте нас в