1989 йылдың 12 мартында инглиз физигы һәм инженеры Тим Бернерс-Ли Европаның йәҙрә тикшереү үҙәге етәкселеген «Бөтөн донъя үрмәксе ауы» менән таныштырҙы.
Ғалим үҙенең дөйөм мәғлүмәтте һаҡлау һәм ҡулланыуға арнаған проект эшен «Бөтөн донъя үрмәксе ауы» тип атаған. Беҙгә ул Веб-браузер булараҡ таныш. Улар үҙ-ара интернет сәхифәләр менән бәйле. Тим Бернерс-Ли күҙаллауынса, веб-браузер менән теләгән һәр кеше ҡуллана, мәғлүмәт менә утаҡлаша ала.
Һәр интернет сәхифә текст, һүрәт, аудио, видео һәм башҡа объекттар менән тулыландырылған. Унан тыш, һәр береһенең гиперһылтанмалары бар. Үҙ-ара бәйле гиперһылтанмалар «Бөтөн донъя үрмәксе ауы» системаһын тәшкил итә. Инглиз телендә ул World Wide Web тип атала, тора-бара уны ҡыҫҡаса атамаһы менән WWW тип йөрөтә башланылар.
Гиперһылтанмалар ер шарындағы барлыҡ компьютерҙарҙы берләштерә. Был селтәр интернет тип, ә компьютерҙағы урынлашҡан интернет сәхифәләр «Бөтөн донъя үрмәксе ауы» тип атала.