+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2019, 19:01

“Аманат”ҡа дан йырлаусыларҙы ҡотлайбыҙ!

Журналыбыҙҙың оло юбилейы айҡанлы ойошторолған “Аманат”ҡа – мәҙхиә!" интернет-конкурсы тамам.

Журналыбыҙҙың оло юбилейы айҡанлы ойошторолған “Аманат”ҡа – мәҙхиә!" интернет-конкурсы тамам. Бәйгелә олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты, “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙ “Аманат”ҡа бағышланған үҙенсәлекле шиғырҙар, ҡыҙыҡлы иншалар, әкиәттәр, мәҡәләләр, шәп фотоһүрәттәр менән биҙәлде. Уларҙың һәр береһе иғтибарға лайыҡ! Әүҙемлегегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!

Бәйге булғас, уның еңеүселәре лә була. Шулай итеп, беҙ “Аманат”ҡа – мәҙхиә!” конкурсы еңеүселәре менән таныштырып үтәйек. Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусыһы Сөмбөл Йосопова, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Арыҫлан Ҡотлобаев, Бөрйән районының Мәһәҙей мәктәбе уҡыусыһы Нурислам Мөхәмәтйәнов, Әбйәлил районының Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыһы Заһиҙә Рәжәпова, Әбйәлил районының Амангилде мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Өмөтҡужина журналдың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

Шулай уҡ конкурста әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Рәхмәт кәлимәһе менән Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбенең 2-се синыфы (етәксеһе – Рәзилә Хәмит ҡыҙы Фәттәхова), Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары коллективы, Бөрйән районының Байназар ауылынан Диана менән Илназ Теләүсиндар, Ғафури районы Красноусол Башҡорт гимназия-интернатының юғары квалификациялы уҡытыусы-тәрбиәсеһе Саимә Мотаһар ҡыҙы Игелекова, Белорет районы Шығай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсөм Урал ҡыҙы Йылҡыбаева, Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова, Ейәнсура районының Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Клара Мырҙағәле ҡыҙы Дәүләтбаева бүләкләнә.

Ебәрелгән материалдарҙың барыһы ла “Бәйләнештәге” төркөмдә донъя күрҙе. Ә иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәр, фотоһүрәттәр журнал биттәрендә донъя күрәсәк.



Читайте нас: