+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2019, 19:37

Бөрйәндәрҙән ҡалышмағыҙ!

Бөрйән районы Мораҙым мәктәбенең 1-се һәм 3-сө синыфтары дәррәү генә берләшеп, журналға хаҡтар түбән саҡта яҙылып та ҡуйған.

Дуҫым, ә һин “Аманат”ҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылдыңмы? Ә бына Бөрйән районы Мораҙым мәктәбенең 1-се һәм 3-сө синыфтары дәррәү генә берләшеп, журналға хаҡтар түбән саҡта яҙылып та ҡуйған! Был шәп эштәре өсөн улар “Аманат”тың Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды.

“Аманат” журналын синыфтар араһында яҙҙырыуҙы һәм таратыуҙы ойоштороу буйынса һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн Мораҙым мәктәбе етәксеһе Айгөл Фәйзрахман ҡыҙы Тулыбаева Рәхмәт кәлимәһе менән бүләкләнә.

Афарин, бөрйәндәр!

Бөрйәндәрҙән өлгө алып, дуҫым, һин дә “Аманат”лы булырға ашыҡ! Әле ай аҙағына хәтлем журналға 2019 йылдың 2-се яртыһына арзаныраҡҡа алдан яҙылыу бара. Ярты йылға уның хаҡы 340 һум 08 тин булһа, 1 апрелдән ул артасаҡ.


Читайте нас: