+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2019, 13:20

Башҡорт балы

Солоҡсолок тик башҡорттарҙа ғына һаҡланған! Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы парламентыныңүрге палатаһында хәбәр иттеләр.

Бал умартала йыйылғанын бөтәһе лә белә. Ләкин урман балы барлығын күптәр белмәй икән. Ул – солоҡсолоҡ тип атала. Солоҡсолок донъяла тик башҡорттарҙа ғына һаҡланған! Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы парламентының үрге палатаһында лә хәбәр иттеләр.
Башҡортостанда солоҡсолоҡ Х быуатта барлыҡҡа килгән тип фаразлай тарихсылар. 1905 йылда Бөрөлә табылған боронғо ҡәберлектәге солоҡсо әйберҙәренә 1500 йыл икәне билдәләнде. Башҡорттар тәүҙә ағаста оялаған бал ҡорттарының балын ғына йыйған, аҙаҡ үҙҙәре солоҡ яһап, тамғаларын ҡуйып 12 метр бейеклектә урынлаштыра башлаған. Солоҡ ағасы быуындан-быуында мираҫ булып күҫеп килә.
Солоҡсолоҡ Башҡортостандын Бөрйән районында һаҡланған. Йылда был ерҙә солоҡсо көнө уткәрелеп килә. Башҡорт тәжрибәһен өйрәнеү өсөн сит илден вәкилдәре лә был сарала әүҙем ҡатнаша.
“Башҡорт балы” һатыу маркаһы 2005 йылда теркәлгән. Тик Башҡортостанда ғына эшләнгән бал был марка менән куйылыуға эйә.
Читайте нас: