Конкурс март һанында ла дауам итә. Яуаптарҙы редакцияға ҡағыҙ хат менән дә ебәрергә мөмкин. Ғөмүмән, журнал үткәргән төрлө уйындар, конкурстар, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн иң мөһим шартты үтәргә кәрәк - "Аманат"ҡа яҙылырға! Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 31 мартҡа хәтлем "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се яртыһына арзаныраҡҡа алдан яҙылыу бара. Хаҡы: ярты йылға - 340 һум 08 тин. 1 апрелдән хаҡы арта. Әле март бөткәнсе бер аҙ ваҡыт бар, өлгөрөгөҙ!