-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 16:57
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы конкурста ҡатнашырға саҡыра
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булғың киләме? Улайһа, шәп тәҡдимдән баш тартма! Конкурста ҡатнаш!
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булғың киләме? Улайһа, шәп тәҡдимдән баш тартма! Конкурста ҡатнаш!
Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)” Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһының иң яҡшы концепцияһына асыҡ конкурс иғлан итә. Авторҙарға Стратегияның иң мөһим элементтарын, төп маҡсаттарын һәм уны тормошҡа ашырыу юлдарын билдәләргә кәрәк.
Конкурсҡа ебәрелгән материалдар электрон презентация формаһында булырға һәм бөтөн төп идеяларҙы сағылдырырға тейеш. Бәйгелә республика халҡы ла, Башҡортостандан ситә йәшәгән милләттәштәр ҙә ҡатнаша ала. Заявкалар 29 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың эштәре эксперттар советы тарафынан баһаланасаҡ, баҫылып сығасаҡ, ә иң яҡшы концепция стратегия нигеҙен тәшкил итәсәк. Йомғаҡлау проекты ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр индергән авторҙарҙан тупланған команда тарафынан әҙерләнәсәк. Әүҙем авторҙар делегат булараҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына саҡырыласаҡ.
Ҡатнашырға заявка биреү, конкурстың теүәл шарттары менән танышыу йәки тәҡдимдәр индереү өсөн Стратегияның рәсми сайты:
https://strategy.bashkort.org/
.
Белешмә: Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы – 20−30 йылдан беҙҙең уртаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен тәҡдим иткән, төп эш йүнәлештәрен һәм маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу алымдарын күрһәткән документ. Эшләнеп бөткән документ (уның финал проекты) һуңынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына раҫлауға тәҡдим ителәсәк, шулай уҡ уның яңы дәүләт программалары һәм башҡа документтарға нигеҙ итеп алыныуы ла ихтимал.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин