+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 00:00

“Салауат Юлаев” Екатеринбургта "Автомобилист"ы еңде!

КХЛдың көнсығыш конференцияһының ярымфиналын беҙҙең команда еңеүҙән башланы.

КХЛдың көнсығыш конференцияһының ярымфиналын беҙҙең команда еңеүҙән башланы. Екатеринбургта “Салауат Юлаев” “Автомобилист” хоккейсыларын ҡыҙыу уйында еңде. Уйындын икенсе осорында юлаевсы Йоонас Кемппайнен был осорашыуҙа берҙән бер гол индерҙе.


"Автомобилист" тырышып һөжүм итте, хатта уйындын һуңғы секундтарында Якуб Коваржты ҡапҡанан алып алтынсы хоккейсыны боҙға сығарҙы. Тик барыбер еңеү беҙҙә! 0:1, Салауат еңде! Афарин!


Серияла иҫәп - 1:0. Киләһе уйын 16 мартта Екатеринбург боҙ һарайында киске сәғәт 5-тә башлана.

Читайте нас: