+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Март 2019, 13:53

Яҙыусы, тәржемәсе, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов вафат булған

Мәскәүҙә ауырығандан һуң яҙыусы, тәржемәсе, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов донъя ҡуйған.

Мәскәүҙә ауырығандан һуң яҙыусы, тәржемәсе, СССР-ҙың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримов донъя ҡуйған.
Кәримов Илгиз Мостафа улы 1942 йылдың 10 ғинуарында БАССР-ҙың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1977 йылға тиклем «Литературная Россия» гәзите хеҙмәткәре, 1974 йылдан бүлек мөдире булып эшләгән. 1972 йылдан — СССР-ҙың телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре. 1973 йылда «Молодой коммунист» журналының бүлек мөдире итеп тәғәйенләнгән. 1997-2005 йылдарҙа — «Оракул» журналы хеҙмәткәре (2002 йылда бүлек мөдире).
Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» (1977), «Ауыл адвокаттары» (1989), «Ғүмер миҙгелдәре» ( 2004) һәм башҡа әҫәрҙәрен, Әхиәр Хәкимдең «Думбыра сыңы» романын (1988), Таһир Таһировтың «Буранлы көндәр» китабына ингән повестарҙы һәм хикәйәләрҙе, шулай уҡ балҡан, татар, сыуаш яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә иткән.
«Аманат» журналы мөхәрририәте мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

Читайте нас: