+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2019, 21:31

“Автомобилист” бөгөн яҡшыраҡ уйнаны

Яңы ғына Екатеринбург боҙ һарайында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы ярымфиналының икенсе уйыны тамамланды.

Яңы ғына Екатеринбург боҙ һарайында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы ярымфиналының икенсе уйыны тамамланды. “Автомобилист” бөгөн яҡшыраҡ уйнаны. Беҙҙекеләр 2:0 иҫәбе менән еңелде. Осрашыуҙың беренсе осоронда уҡ "Автомобилист"тың һөжүмсеһе Георгий Белоусов беҙҙең ҡапҡаға беренсе гол индерҙе. Икенсе осоронда Да Коста Стефан икенсе голдың авторы булды. Өфө хоккейсылары күп кенә тырышһалар ҙа, ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшмәнеләр.

18 март "Өфө-арена" боҙ һарайында киске сәғәт 7-лә серияның өсөнсө уйыны көтөлә.
Читайте нас: