+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2019, 12:02

Шаран районында ҡустыларын янғындан ҡотҡарған уҡыусы ҡыҙға награда тапшырылды

«Үҙем өсөн ҡурҡыу тойғоһо булманы, ҡустыларым өсөн ҡурҡтым» - тине 15 йәшлек Зарина Зәкиева.

Башҡортостанда өс кескәй ҡустыһын янғындан ҡотҡарған уҡыусы ҡыҙ Зарина Зәкиева Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, шулай уҡ планшет, кеҫә телефоны һәм канцелярия тауарҙары тултырылған портфель менән бүләкләнде


7 мартта Шаран районында өй янған. Ата-әсә эш буйынса Туймазыға киткән булған, ә 15 йәшлек Зарина кесе туғандары менән өйҙә ҡалған. Ҡыҙ, янғын тураһында хәбәр иткән приборҙың тауышын ишетеп, коридорға сыҡҡан һәм ут тоҡанғанын күргән. Ул тәҙрәне ватып, бәләкәйҙәрҙе юрғанға урап тышҡа алып сыҡҡан.


Йорт тулыһынса янып бөткән. Уның урынында янған әйберҙәр һәм көнкүреш техникаһы тороп ҡалған. Әле ғаилә туғандарында йәшәй. Уларға күмәкләп ярҙам итәләр - кейем-һалым, һауыт-һаба, аҙыҡ-түлек килтерәләр. Бәхеткә, документтары теүәл – ата-әсә уларҙы Туймазыға алып киткән булған. Хәҙер улар күп балалы мохтаж ғаилә булараҡ иҫәпкә торорға уйлай.



Сығанаҡ: gtrk.tv

Читайте нас: