+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2019, 14:17

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә һауа торошо хаҡында

Башгидрометцентр хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә йылы була.

Башгидрометцентр хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә йылы буласаҡ. Бөгөн аяҙлы болотло, яуым төшөмһөҙ була. Һауа температураһы 0-дән плюс 5-кә тиклем күтәрелһә, көнсығышта минус 5 градусҡа тиклем һыуыҡ була.
18 мартта көньяҡ райондарында епшек ҡар көтөлә, башҡа райондарҙа яуым-төшөмһөҙ, еңелсә боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төндә 3 градустан алып 8 градусҡа тиклем һалҡын, урыны менән 16 градусҡа хәтлем һыуыта. Көндөҙ 1-4 градус йылы булыуы көтөлә.
19 мартта синоптиктар урыны менән епшек ҡар, еңелсә боҙлауыҡ булыуын фаразлай. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы төнөн 4-9 градус һалҡын булһа, көндөҙ 0-5 градус йылы булыуы көтөлә.
Читайте нас: