+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2019, 13:43

Мәскәү сәхнәһендә – Башҡортостандың 100 йыллығына арналған тамаша

Мәскәүҙәге Халыҡ-ара музыка йортонда республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостанда тыуғандар” тип аталған байрам концерты булып үтте.

Мәскәүҙәге Халыҡ-ара музыка йортонда республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостанда тыуғандар” тип аталған байрам концерты булып үтте.


Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Мәскәүҙә булды. Тап шул осорҙа Халыҡ-ара музыка йорто сәхнәһендә республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостанда тыуғандар” тип аталған байрам концерты ойошторолдо.

Сарала сығышы менән Өфө ҡалаһынан булған, СССР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәй Милли филармония оркестры етәксеһе Владимир Спиваков, Башҡортостандың халыҡ артистары Илдар менән Асҡар Абдразаҡовтар, атҡаҙанған артистар Артур Нәзиуллин менән Рөстәм Хәмиҙуллин, Владимир Крайневтың II Мәскәү халыҡ-ара пианистар конкурсында гнран-при яулаусы Тимофей Владимиров ҡатнашты. Виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Роберт Юлдашевтың моңдары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Махсус ҡунаҡ – Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе, Испания музыканты Мария Дуэньяс та саҡырылғайны.

Радий Хәбировтың “Башҡортостанда тыуғандар” байрам концертындағы сығышын түбәндәге һылтанма буйынса ҡарағыҙ.


Читайте нас: