+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2019, 11:48

Музейға бушлай барғың килһә...

Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрә.

Башҡортостандың Милли музейы 20 мартта “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрә. Был хаҡта "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың Милли музейы генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев хәбәр итте:
- Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан 19 мартта Милли музейҙа беҙ яңы экспозиция асабыҙ. Ә 20 март сәғәт 11.00 алып 18.00 тиклем “Асыҡ ишектәр көнө” үткәрелә. Музейға килеүселәр Граждандар һуғышына һәм Башҡортостандың төҙөлөүенә бағышланған яңы экспозициялар менән таныша ала. Быға тиклем күрһәтелмәгән хәрби форма, фото, архив материалдар, билдәле шәхестәрҙең тормошо менән таныша аласаҡ. Шулай уҡ был көндә музейҙа булған барлыҡ экспозицияларҙы ла бушлай ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: