+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
19 Март 2019, 11:27
Күҙ-ҡолаҡ кәрәк
Тиҙҙән уҡыусы балаларҙың күңелле яҙғы каникулы башлана, үҙ сиратында, ҡыҙҙар һәм малайҙар урамда күпләп йөрөй башлаясаҡ.
Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн “Иғтибар, балалар!” тигән профилактик операция иғлан итте. Ул апрель баштарына тиклем барасаҡ.
Тиҙҙән уҡыусы балаларҙың күңелле яҙғы каникулы башлана, үҙ сиратында, ҡыҙҙар һәм малайҙар урамда күпләп йөрөй башлаясаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бигерәк тә бәләкәстәр, светофорҙың ҡыҙыл уты янһа ла, юл аша йүгереп сыға, йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә.
Бөгөнгә республикабыҙҙа үҫмерҙәр һәм балалар менән бәйле 77 авария теркәлгән. Уларҙа ике кеше һәләк булған, 86-һы йәрәхәт алған.
Автор:
Илдар АҠЪЮЛОВ
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас:
"Аманат"тың Телеграм-каналы
Рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять