КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы ярымфиналының өсөнсө уйыны бөгөн 18 мартта "Өфө-арена" боҙ һарайында "Салауат Юлаев" хоккейсыларына еңеү килтерҙе! Беренсе осор 0:0 менән тамамланһа, икенсе осорҙа Өфө командаһының һөжөмсөһө
Владимир Ткачёв беренсе гол индерә. Өсөнсө осорҙа “Автомобилист” хоккейсыһы
Александр Кучерявенко уйын иҫәбен тигеҙләй - 1:1. Овертаймда
Йоонас Кемппайнен “Салауат Юлаев” хоккей командаһына еңеү алып килә.