-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2019, 23:45

Башҡортостанға 100 йыл тулған көндө "Салауат Юлаев" ҡыуандырҙы

20 мартта "Өфө-арена" боҙ һарайында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы ярымфиналының дүртенсе уйынында "Салауат Юлаев" шәп хоккей күрһәтте.

20 мартта "Өфө-арена" боҙ һарайында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы ярымфиналының дүртенсе уйынында "Салауат Юлаев" командаһы шәп хоккей күрһәтте.
Беренсе осорҙа "Салауат Юлаев" алға сыҡты. Алтынсы минутта юлаевсыларҙың һаҡсыһы Алексей Семёнов беренсе гол индерҙе. Бер минуттан беҙҙең команданың һөжүмсеһе Эдуард Ғиматов икенсе гол индерә. Тәүге осорҙың уртаһында “Автомобилист” һөжүмсеһе Паре Франсис иҫәпте 2:1 итә. Күп тә үтмәй "Салауат Юлаев" һаҡсыһы Филип Ларсен өсөнсө гол командаһына килтерҙе, һөҙөмтәлә иҫәп - 3:1. Беҙҙең команда һаҡсылары гол индереү буйынса мастер-класс күрһәтте.
Икенсе осор "Салауат Юлаев" уйынсыһы Йоонас Кемппайнен бер генә гол индерә. Салауат алда! 4:1
Өсөнсө осор тамамланыуға 2 минут ҡалған ваҡытта “Автомобилист” һаҡсыһы Денис Бодров гол индерә, ләкин был ваҡиға уйын йүнәлешен үҙгәртмәй.
Башҡортостандын 100 йыллығын байрам иткән көндә халҡыбыҙҙың милли геройы исемен йөрөткән хоккей командаһы "Салауат Юлаев" Екатеринбургтан “Автомобилист” хоккейсыларын үҙенең боҙ һарайында еңә. Үәт, исмаһам, бүләк!
Әле серияла иҫәп 3:1, юлаевсылар алда. 22 мартта Екатеринбургта "Салауат Юлаев" еңһә, КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы финалына сығасаҡ ә унда йә “Авангард», йәки “Барыҫ”.
Читайте нас: