+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2019, 11:37

Шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһе гөрләп үтте

Кисә, 19 мартта, “Химиктар” ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә “Шаяниум– 2019” шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһенең финалы, шулай уҡ еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте.

Кисә, 19 мартта, “Химиктар” ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә “Шаяниум– 2019” шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһенең финалы, шулай уҡ еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы үтте.
Быйылғы конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына һәм Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға, Театр йылына арналғайны. Шуға күрә, ҡатнашыусы командаларға шаяртыуҙарҙы тап ошо юҫыҡта уйлап сығарырға, тигән шарт ҡуйылғайны.
Был осорҙа “Шаяниум”дың район этабында 31 команда ҡатнашты, ярымфиналға 23-ө сыҡты, шуларҙың араһынан 15 команда финалға барып етте. Әлбиттә, аҙаҡҡы алыш бик ҡыҙыу барҙы, һәр команда еңеү яулар өсөн бөтә көсөн һалды. Һәм, бына ул тулҡынландырғыс минуттар – еңеүселәрҙе иғлан итеү.
Өсөнсө урынды Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының “Рәссамдар” командаһы менән 5-се Республика спорт мәктәп-интернатының “Intersport” командаһы бүлешһә, икенсе урынға 122-се Башҡорт гимназияһынан “Ша-шу-ша” лайыҡ булды. Ә 48-се Башҡорт лицейының “Сәтәкәйҙәр” командаһы иһә, беренсе урынға сыҡты. Гран-приҙы Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының “Кендектәр” командаһы яуланы.
Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙән килгән командалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнде. Беренсене 44-се мәктәптең “Ҡырғаяҡтар” командаһы яулаһа, икенсе урында – 159-сы Уҡытыу үҙәгенән “Хыялый-зыялыйҙар” командаһы булды. Өсөнсө урын бер юлы ике командаға – 45-се мәктәптең “КӨЛсә” һәм 113-сө лицейҙың “Искәндәр бабай” командаһына тәтене.
Командалар араһында “Үҙенсәлекле юмор”, “Еңеүгә ынтылыш”, “Өмөт”, “Мостай Кәрим ижадын һөйөүсе” номинациялары ла билдәләнде. Бына улар: 4-се мәктәптән – “Затонград”, 27-се мәктәптән – “Етегән+”, 127-сенән “Әле уйламаныҡ”, 160-сы лицейҙан “Синнай” командаһы.
Финалға һәм ярымфиналға сығыусылар Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенән дипломдар, сертификаттар һәм конкурстың бағыусыларынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Читайте нас: