Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был аҙнала Стәрлетамаҡта, республиканың иң ҙур мәктәбендә булды.
23-сө һанлы был мәктәп ҡаланың “Көнбайыш” биҫтәһендә февраль айында ғына асылған. Ул Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөлгән.
Ни өсөн ул – иң ҙуры? Сөнки мәктәптең майҙаны 20 мең квадрат метрҙан ашыу, йәмғеһе 1225 уҡыусы балаға тәғәйенләнгән һәм ул өс блоктан тора – ике уҡыу һәм бер спорт блогы. Тамаша залы ғына бер юлы 498 баланы һыйҙыра, унда кейем алмаштырыу, грим һалыу бүлмәләре лә бар. Мәктәп алдындағы ҙур стадионда футбол, волейбол һәм баскетбол майҙандары бар.
Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һәм балаларҙы яңы мәктәпле булыуҙары менән ҡотланы. Ул уҡыусыларҙы “Башҡортостан пионерҙары” балалар ойошмаһына ҡабул итеү тантанаһында ла ҡатнашты. “Мәктәбегеҙ шул тиклем матур, үҙенсәлекле. Синыф бүлмәләре, стеналар ялт итеп тора. Бер ни тиклем ваҡыт үтеү менән һеҙҙең фотоһүрәттәрегеҙ ошо стеналарҙы биҙәр, тип ышанам. Аҡыллы, белемле булып үҫеп, республикаға, Рәсәйгә кәрәкле кеше булыуығыҙҙы теләйем”, - тине ул.
Анау хәтлем ҙур мәктәпте, уның тирә-яғын тәртиптә тотоу өсөн күп сығымдар кәрәк. Шуға ла Радий Фәрит улы мәктәпкә тағы ла бер бүләк тапшырҙы – бәләкәй (мини) трактор алыу өсөн сертификат бирҙе.
Мәктәптең фойеһында Стәрлетамаҡ балалар технопаркы, А.П. Гайдар исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар һарайы тәрбиәләнеүселәренең эштәренән күргәҙмә ҡоролдо. Стәрлетамаҡ медицина колледжы үҙенең профилле синыфтары менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, был мәктәптә киләсәктә табип булырға теләгән уҡыусылар өсөн махсус төплө белем бирәләр икән.
Ә ҡаланың 3-сө лицейының 9-сы синыф уҡыусыһы, технологиянан Бөтөн Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе Борис Бобков Радий Хәбировҡа үҙенең күп функциялы станогы менән үҙе уйлап сығарған эш урынын күрһәтте, ағастан һырлап эшләгән сәғәт тә бүләк итте.