+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Март 2019, 19:21

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы.

Йыл һайын март айында бөтә Рәсәй буйынса һәм беҙҙең баш ҡалабыҙҙа ла “Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы” үткәрелеп тора.

Йыл һайын март айында бөтә Рәсәй буйынса һәм беҙҙең баш ҡалабыҙҙа ла “Балалар һәм үҫмерҙәр китабы һәм музыкаһы аҙналығы” үткәрелеп тора.


Быйылға аҙналыҡ Театр йылына,күренекле шәхесебеҙ Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналды.


Беҙҙең китапханала аҙналыҡ кескәйҙәр өсөн "Карабас-барабас" театры менән асылды.Был көндө балалар театр серҙәренә төшөндөләр,актер һөнәренең нескәлектәрен өйрәнделәр.


Ә 21 мартта 2 һәм 3 сныф уҡыусылары араһында тасури шиғыр һөйләү конкурсы уткәрелде.Ул Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналғайны.Балалар был конкурста ҙур теләк менән ҡатнаштылар.


Аҙналыҡ ошондай матур саралар менән башланып китте.Аҙна барышында балаларҙы ла тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ уйындар,матур осрашыуҙар көтә.


6 апрель аҙналыҡҡа һөҙөмтәләр яһаласаҡ ,ҙур байрам ойоштороласаҡ.


Сәлиә Вәлиева


Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге уҙәк балалар китапханаһы хеҙмәткәре.
Читайте нас: