Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2019, 11:27

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

23 мартта Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы билдәләнә.

23 мартта Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы билдәләнә.


Төп юбилей тантаналары – йыйылыш һәм байрам концерты Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк. Сараға Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, ошо округ субъекттары етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, дипломатик учреждениелар башлыҡтары саҡырылған.


Бер быуатлыҡ тарихыбыҙ сағыласаҡ, төбәгебеҙҙең арҙаҡлы сәнғәт оҫталары, билдәле оркестрҙары, ансамблдәре ҡатнашасаҡ концертты республикабыҙҙың барлыҡ халҡы ҡарай ала: сараны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Башҡортостан-24” каналы трансляциялаясаҡ. Ул 15.00 сәғәт башлана.


Концерт залы фойеһында республикабыҙҙың заманса ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән экспозиция ойошторола.


Фото: Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас в