+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2019, 14:26

Өфөлә сығарылыш уҡыусыларының «Яҙғы балы» 25 майҙа уҙа

2019 йылдың 25 майында Өфө һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал»ды ҡабул итә.

2019 йылдың 25 майында Өфө һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал»ды ҡабул итә. Быйыл бер көндә 22 ҡалала вальс һәм полонез бейейҙәр. Башҡортостандың баш ҡалаһында мәктәп тамамлаусыларҙың байрамын, ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында ҡаршылайҙар.
«Яҙғы бал» уҙғарылған йылдарҙа республиканың һәм Ырымбурҙың 66 500 ун беренсе синыф уҡыусыһы өсөн ҙур бейеү традицияһының бер өлөшөнә әүерелде», — тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Өфөнөң Ленин урамында «Мәктәп тамамлаусылар аллеяһы» ойошторола. Махсус стендтарға 11-се синыф уҡыусыларының фотоһүрәттәре, уларҙың һайлаған һөнәре тураһында мәғлүмәт ҡуйыла.

Читайте нас: