-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2019, 14:35

“Аманат”тың юбилейы һанында...

"Аманат"тың юбилей һаны бигерәк ҡыҙыҡлы. Кемдәр генә ҡотламаған яратҡан журналыбыҙҙы!

Дуҫтар! Ә һеҙ тыуған көн байрамын яратаһығыҙмы? Беҙ ҙә яратабыҙ! Айырыуса, “Аманат”тың 90 йыллыҡ юбилейын ашҡынып көтөп алдыҡ. Эй, сағыу, шәп килеп сыҡты ла ул журналдың юбилей һаны! Был һанда ниҙәр бар, уны тыуған көнө менән кемдәр ҡотланы, тип уйлайһығыҙ?
Олпат баҫманы тәбрикләп, мөхәрририәткә әллә күпме хаттар килде. Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәритовтан, республикабыҙҙың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтан, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажиндан, журналдың элекке мөхәррирҙәренән... Уларҙың барыһында журнал биттәрендә уҡырһығыҙ.
“Аманат”тың юбилейы айҡанлы үткәрелгән “Аманат”ҡа мәҙхиә!” интернет-конкурсының еңеүселәре лә билдәләнде был һанда. Уларҙың күптин-күп, суҡтин-суҡ ижад емештәре март һанында ла, артабанғы һандарҙа ла журнал биттәрендә донъя күрер.
Ә һеҙ “Аманат”тың шанлы тарихы менән танышмы? Тарихсы ағайығыҙ Азат Юлан үҙенең “Аманат”ҡа – 90 йыл” тип аталған мәҡәләһендә тап ошо турала һөйләй. Мәҡәлә аҫтында бынан бик күп йылдар элек сыҡҡан “Керпе”нең тәүге һандарының тышлыҡтары ла бирелгән.
Һеҙ, моғайын, хикәйә, йәки повесть көтәһегеҙҙер, шулаймы? Март һанында заманында “Пионер”ҙы уҡып үҫкән яҙыусы ағайығыҙ Ғарифулла Япаровтың “Баласаҡ иле” тип аталған бер шәлкем мажаралы хикәйәләре лә бар. Улар һеҙгә бик оҡшар, тип уйлайбыҙ.
Журналда йыл әйләнәһенә барған конкурстарға – “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһенә тиҫтерҙәрегеҙ ебәргән ижад емештәре баҫылды. Конкурс тигәс, “Пионер”ҙан алынған латин хәрефле яҙманы уҡып, хәҙерге башҡорт теленә ауҙарып беренсе булып был юлы кем ебәрер икән? Шуныһын иҫегеҙҙә тотоғоҙ: яуап хатты һеҙ ҡағыҙға яҙып та ебәрә алаһығыҙ. Ул сағында бүләк отоу мөмкинлеге ҙурыраҡ та.
Журналдың ҡап уртаһында мөләйем йәш йырсы Риянаның фотоһы бирелгән. Кем ул? Америка йырсыһымы әллә? Был һорауға яуапты “Аманат йондоҙлоғо”нда табырһығыҙ. Әлегә сер булып торһон әле.
Ҡасандыр “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе” тигән маҡтаулы исем алған оло ағай-апайҙар бөгөн нимәләр эшләй икәнен белгең киләме? Улайһа, “Аманат”тан – ҡанатланып” тигән битте асып, йәһәтерәк уҡый һалығыҙ! Затлы танытманың әллә тылсымы бармы икән – мәҡәлә геройҙары барыһы ла республика кимәлендә шәхес булараҡ танылған. Ә һеҙҙең шулар кеүек булғығыҙ киләме? “Аманат”ҡа хаттар яҙығыҙ – хыялдар тормошҡа аша ул!
Юбилей һанында “Буранай һылыуы”н да билдәләп үттек. Хат-хәбәрҙә изге йөрәкле уҡыусыларыбыҙҙан алған хаттарҙы баҫтыҡ. Уларҙан өлгө алығыҙ!
Ҡупшыҡай ҡыҙҙарға яҙ көнө сағыу төҫтәрҙәге шарф, йәки яулыҡтарҙы нисек нәзәкәтле, зауыҡлы итеп ябынырға Айһылыу Абдуллина апайығыҙ өйрәтә. Был мәҡәлә барлыҡ ҡыҙҙарға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.
Ә бына “Егетлек мәктәбендә” егеттәр өсөн айырыуса мөһим тема яҡтыртылған –Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ нисек итеп ҡыҙҙарҙың күңелен яуларға өйрәткән. Хәйер, был материал егеттәргә генә түгел, ҡыҙҙарға ла файҙалы булмаҡсы. Ни тиһәң дә, шәп егет нисек булырға тейеш икәнлеген улар ҙа алдан белергә тейеш тәһә!
Ә һеҙ “Аманат”тың ике йөрәкте ҡауыштыра алыуына ышанаһығыҙмы? Юҡмы ни?! Аман исемле егет (тулы исеме – Аманбай) “ищеү нисегерәк” ышана! Сөнки уның ата-әсәһе тап ошо журнал аша танышҡан булған! Зөбәржәт апайығыҙға һөйләп ишеттергән ул мауыҡтырғыс тарихты һеҙ “Мәңгелек сер”ҙә уҡырһығыҙ. Алдан әйтеп ҡуябыҙ: кем шундай ҡыҙыҡлы “лавстори” белә – беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Моғайын, арағыҙҙа тағы ла хәтәрерәк мөхәббәт тарихы белгән уҡыусы барҙыр.
“Аманат”тың март һанында тағы ла әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. Уларын инде журналды ҡулға алғас уҡырһығыҙ. Әлегә алданыраҡ яҙылыу тураһында иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ. Ай аҙағына тиклем ни бары бер аҙна ҡалды. 31 мартҡа хәтлем "Аманат"ҡа 2019 йылдың 2-се яртыһына яҙылып өлгөрһәгеҙ, уның хаҡы ярты йылға ни бары 340 һум 08 тин була. 1 апрелдән хаҡы арта.
Етеп килгән яҙғы каникулдар менән ҡотлап, “Аманат” журналы мөхәрририәте.
Читайте нас: