-19 °С
Ясна
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2019, 14:17

Июндә Өфөлә башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыла

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин ошо хаҡта белдерҙе.

Июндә Өфөлә күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асыла. «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек» халыҡ-ара фәнни форумында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин ошо хаҡта белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, һәйкәл «Башҡортостан» дәүләт концерт залы янындағы биләмәлә ҡуйыла. Һәйкәлдең иң яҡшы проектын эшләүгә конкурс иғлан ителгән. Уны июндә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу барышында асыу күҙаллана.
Шәйехзада Бабичтың һәм танылған шәхестәрҙең исемдәрен «Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше: 100 шәхес» проекты сиктәрендә мәңгеләштерергә тәҡдим ителгәйне.

Читайте нас в