-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Март 2019, 19:04

Рәсәйҙең иң һәләтле химиктары – Өфөлә!

17-се марттан алып 23-сөнә тиклем Башҡорт дәүләт университетында химия фәне буйынса 55-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте.

Күптән түгел баш ҡалабыҙ Өфө мәртәбәле, оло ҡунаҡтар ҡабул итте! Дөрөҫөрәге, 17-се марттан алып 23-сөнә тиклем Башҡорт дәүләт университетында химия фәне буйынса 55-се Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Унда һәммәһе Рәсәйҙең 55 төбәгенән 230-ҙан ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм уларҙың етәкселәре булды.
Бәйге ике теоретик һәм бер практик турҙан торҙо. Жюри ағзаларының әйтеүенсә, олимпиада мәсьәләләре йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Әммә был уҡыусылар өсөн һис тә кәртә түгел, улар барыбер дөрөҫ яуаптарҙы табалар, эҙләнәләр.
Эйе, бәйгелә иң-иңдәр генә көс һынаша. Һәммәһе алты уҡыусы Башҡортостандан республикаһын яҡлап сығыш яһаны һәм уларҙың алтыһы(!!!) ла Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры!!! Был баш әйләндергес һөҙөмтәләр республикабыҙҙың олимпиада тарихында һуңғы егерме йыл эсендәге абсолют рекорд тип һанала!
Олимпиаданың 23 март, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килгән көнөндә тамамланыуы, республикабыҙ егеттәренең һәр ҡайһыһының бәйгелә еңеү тотоуы – юбилейға ҙур бүләк, оло шатлыҡ булды.
Бына улар, аҫыл егеттәребеҙ:
Кәрим Ҡоланшин (Куланчин),
Искәндәр Шәмиғолов,
Тимур Дәүләтбаев – Республика инженер лицей-интернаты уҡыусылары, Өфө;
шулай уҡ
Азат Вәлиев (Салауат ҡалаһының 2-се гимназияһы,)
Артур Ҡолошев (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты),
Азамат Сафиканов (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһы).
Уҡыусыларҙы оло еңеүе менән тәбрик итергә тип Башҡортостан республикаһының башлығы Радий Хәбиров үҙе килде.
“Мин һеҙҙе ҡотлай алыуым менән бәхетлемен. Сөнки һеҙ – бөйөк илдең киләсәге. Беҙ киләсәкте нисек күҙ алдына килтерәбеҙ, һеҙ уны шундай итеп эшләйәсәкһегеҙ ҙә: юғары технологиялы, үҫешкән, донъялағы иң көслө держава буласаҡ. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙың киләсәге яҡты, яҡшы булырына һис шигем юҡ”, – тине ул. Әйткәндәй, Республика башлығы уны химия фәне менән иң тәү сиратта исеме бәйләгәнен әйтеп китте:
“1964 йылда, мин донъяға килгәс, атайым Фәрит Барый улы әсәйемә мине Уран йәки Радий тип исемләйек, тип тәҡдим иткән. Улар Радий исеменә туҡталған. Мин Менделеевтың периодик таблицаһындағы радийҙың атом номерын (88) һәм уның ниндәй химик элементтарға һәм металдарға ҡарағанын да хәтерләйем”.
Мәртәбәле сара тураһында алдағы йылдарҙағы химия буйынса олимпиада еңеүсеһе, бөгөн ӨДНТУ студенты, БР химия буйынса йыйылма командаһы тренеры Тимур Маннанов та үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты:
“Беҙ, коллегаларым менән берлектә халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Агадуллинаның эшен дауам итәбеҙ. Олимпиадала ҡатнашыу, еңеү өсөн уҡыусыларға теоретик белемле булыу ғына етмәй. Уларға логик фекерләү, үҙ-үҙеңде туплай, еңеүгә йүнәлтә белеү ҙә хас булырға тейеш. Олимпиадалағы еңеүҙе уларҙың тормошонда башланғыс нөктә, старт тиергә лә мөмкин. Эйе, был еңеү ярҙамында уҡыусыларға имтиханһыҙ юғары уҡыу йортона инергә һәм яҡшы стипендия алырға була. Ләкин, унан тыш, еңеү ярҙамында улар амбициоз, уңышлы шәхестәргә лә әүреләләр – ә быныһы тағы ла мөһимерәк! Әгәр алдағы йылдар менән сағыштырғанда, быйыл республикабыҙ командаһы беренсегә Новосибирск ҡалаһы, Татарстан һәм Мордовия республикаларының көслө командалары менән тиң сығыш яһаны. Был еңеүҙе нығытып ҡуйыу ғына әҙ буласаҡ. Әгәр киләсәктә лә оло еңеүҙәр булыуын теләһәк, республикабыҙҙың олимпиада хәрәкәтенә мөмкин тиклем ярҙам итергә, уларға юл асырға кәрәк. Радий Фәрит улы Хәбиров та үҙенең сығышында был турала әйтеп киткәйне.”
Кәрим Ҡоланшин: “Олимпиада, ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс булды. Башҡа төбәктәрҙән килгән уҡыусылар менән таныштыҡ, матур итеп аралаштыҡ. Бәйге шул хәтлем ҡатмарлы һәм тулҡынландырғыс булды: мин һуңғы минуттарға тиклем еңеүсе димломына дәғүә итәмме, юҡмы икәнлегемде белмәнем. Республика инженер лицейының олипиада хәрәкәтен етәкләүселәргә, йәғни мине олимпиадаға әүерләүселәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм”.
Ә бына республика инженер лицейының химия буйынса йыйылма командаһыныңы капитаны, БР башлығы стипендиаты, 2018, 2019 йылдарҙың химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призеры Искәндәр Шәмиғоловҡа олимпиаданың ябылыу тантанаһында Радий Хәбиров менән йәнәш ултырып тамаша ҡылыу бәхете тейгән! “Олимпиада мәсьәләләре былтырғы йылдыҡына ҡарағанда ныҡ айырыла. Быйылғыһы күпкә ҡатмарлыраҡ та. Был бәйгегә мин йыл дауамында өҙлөкһөҙ әҙерләндем. Химия – күп ҡырлы ҡатмарлы фән. Әгәр химик булам тиһәң, һәр ваҡыт эҙләнергә, үҫергә, туҡтауһыҙ белем алырға кәрәк.”
Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килгән юбилей көнө, химия фәненең 55-се юбилей олимпиадаһы, төбәгебеҙҙе яҡлап сығыш яһаған алты уҡыусының да призер булыуы – һәммәһе лә шундай тулҡынландырғыс, шатлыҡлы һәм данлыҡлы оло ваҡиғалар! Бөгөн парта артында ултырған, киләсәгебеҙҙең нигеҙ ташын һаласаҡ, уны төҙөйәсәк уҡыусыларға яңы үҫештәр, мөмкинлектәр, бейеклектәр насип булһын!

Гүзәлиә ҒҮМӘРОВА.

Читайте нас: