27 мартта, йәғни иртәгә, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы менән берлектә “Еңеү тарихы” акцияһында ҡатнашыусылар өсөн вебинар ойоштора.
Акцияның шарттары әллә ни ауыр түгел. Үҙенә күрә флешмобҡа оҡшаш сара барышында ҡатнашыусылар 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандар менән осрашып, уларҙан интервью алырға тейеш.
Иртәгә буласаҡ вебинарҙа белгестәр акцияла ҡатнашыусыларға нисек итеп ветерандарҙы табырға, сараның шарттары, видеороликтарҙың ниндәй булырға тейешлеге тураһында мәғлүмәт бирәсәк.
Хәбәр итеүебеҙсә, был акцияла юғары синыф
уҡыусылары, студенттар ҡатнаша ала. Әлеге ваҡытта бөтәһе 200–ҙән ашыу кеше теркәлгән. Улар иҫәбендә һеҙ ҙә була алаһығыҙ!