+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2019, 20:56

Наурыҙ байрамында былау бешереүселәр ярыша

31март «ЕврАзия» агропаркы майҙансығында "Наурыҙ байрамы үткәреләсәк.

31 март «ЕврАзия» агропаркы майҙансығында Наурыҙ байрамы үткәреләсәк. Байрам барышында былау бешереү буйынса беренсе Өфө ярыштары ойоштороласаҡ. Сәмәрҡәнд, Тажик, Үзбәк, Бохара, Әзербайжан былауын бешерәләр. Былаусылар бәйгеһенә 100 литрлыҡ 10 ҡаҙан әҙерләнгән. Теләгәндәргә әҙерләү рецептарын да яҙып алырға мөмкин, сөнки һәр былауҙың үҙенең бешереү сере бар. Шулай уҡ "сүмәләк" әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Сүмәләк — Урта Азия халыҡтарының милли аш-һыуы, төп ингредиенты - шыттырылған бойҙай.
Наурыҙ байрамында Башҡортостанда йәшәгән бөтөн милләт вәкилдәре ҡатнаша: башҡорттар, татарҙар, тажиктар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, төркмәндәр, азербайжандар, ҡумыҡтар, нуғайҙар, ҡарасәйҙәр, балҡарҙар һәм башҡалар.
Байрам 31 мартта сәғәт 12-лә башлана. Адресы - Өфө ҡалаһы, Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 21.
Читайте нас: