-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2019, 12:10

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы

Респубикабыҙҙын 60 урман участкаһында 1 миллион сәсмәлек ултыртасаҡтар.

«Йәшел Башҡортостан» акцияһында — 27 апрелдә әүҙемселәр 60 урман участкаһында 1 миллион сәсмәлек ултырта. Инвентарь, ағас үҫентеһе һәм сәсмәлектәрҙе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре урында үҙҙәре бирә, ирекмәндәрҙе ағасты нисек дөрөҫ ултыртырға өйрәтә.
Урманды тергеҙеү айлығы 20 апрелдән 20 майға тиклем дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә 30 миллион үҫенте: 23,5 миллион — ҡарағай, 4,5 миллион — шыршы, 1,5 миллион — ҡайын, дардар, йүкә, пирамидаль тирәк ултыртыу күҙаллана.
Был хаҡта Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың вице-премьеры — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Читайте нас в