+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2019, 18:11

Тағы ла бер еңеү!

Мәскәүҙә «PROFEST-2019» XI Бөтөн Рәсәй технология фестивале булып үтте, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Мәскәүҙә «PROFEST-2019» XI Бөтөн Рәсәй технология фестивале булып үтте, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.
Фестиваль Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы «Ирекле эш» Фонды менән Стратегик инициативалар агентлығы ойошторған инженерия программаһының иң мөһим сараһы булды. Унда Рәсәйҙең 70 төбәгенән 35 конкурста 6 йәштән алып 26 йәшкә тиклем биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
«PROFEST-2019» фестивалендә Башҡортостандан 8 йәштән алып 17 йәшкә тиклем 32 йәш инженер
ҡатнашты. Йыйылма команда Мәскәүҙән дүрт комплект миҙал һәм еңеүсе кубогын алып
ҡайтты.
Читайте нас: