+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2019, 19:02

Файҙалы эш башҡарам тиһәң – видео төшөр

1 апрелдән 31 майға тиклем Башҡортостан Республикаһың Йәмәғәт палатаһы социаль видеороликтар буйынса “Беҙҙең берләшмә” II Республика конкурсын үткәрә.

1 апрелдән 31 майға тиклем Башҡортостан Республикаһың Йәмәғәт палатаһы социаль видеороликтар буйынса “Беҙҙең берләшмә” II Республика конкурсын үткәрә.
Конкурс йәмғиәттәге проблемаларға халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү, уларҙа ижтимағи яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, әүҙем гражданлыҡ позицияһын үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Сарала йәмәғәт ойошмалары, советтары, ижади колллективтар, айырым авторҙар, физик һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала.
Конкурстың темалары төрлө:
- “Ғаилә бәхетенең мозаикаһы” темаһына ғаилә, быуындар бәйләнеше һәм алышыныуы темаһын күтәргән видеолар;
- “Янымда бул!” – яҡшы эштәр башҡарыу, тәрбиә, буллинг һәм кибербуллингҡа ҡаршы алып барылған эшмәкәрлек темаһы;
- “Тәбиғәтте бергәләп һаҡлайыҡ” – экология, тирә-яҡты һаҡлау темаларына арналған видеолар ҡабул ителә.
Бер видео 60 секундтан артмаҫҡа тейеш.
Конкурс эштәре [email protected] электрон почтаһына, 450000, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 95, 310 бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә.
“Беҙҙең берләшмә” конкурсы еңеүселәре 30 июлдән һуң иғлан ителә, улар Башҡортостан Республикаһың Йәмәғәт палатаһының дипломдары һәм приздар менән бүләкләнәсәк. Белешмә өсөн телефон: +7(347) 218-12-52. Конкурстың ҡағиҙәләре менән https://op.bashkortostan.ru/documents/active/216705/ һылтанмаһы буйынса инеп танышырға мөмкин.
Читайте нас: