-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Март 2019, 21:28
Ижади конкурста ҡатнаш, бүләк от!
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда “Балалар күҙлегенән хәүефһеҙ Интернет” төбәкижади конкурсы бара. Ул 21 апрелгә тиклем дауам итә.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда “Балалар күҙлегенән хәүефһеҙ Интернет” төбәк ижади конкурсы бара. Ул 21 апрелгә тиклем дауам итә. Уның ойоштороусылары – информатизация буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты, Мәғариф министрлығы, Рәсәйҙең Башҡортостандағы Бәйләнеш, мәғлүмәт саралары һәм киң коммуникация өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте идаралығы, Башҡорт дәүләт университеты.
Әгәр һин бәлиғ булмаған (18 йәшең тулмаған) һәләтле үҫмерһең икән – конкурстан ситтә ҡалма!
Конкурста ҡатнашыу өсөн аҫта һанап үтелгән номинацияларҙың береһенә эшеңде ебәр:
- “Плакат”. Үҙ ҡулдарың менән төрлө технологиялар ҡулланып төшөргән плакатты ебәр. Йәнең теләгән стилде һайларға мөмкин, фантазияға сикләү юҡ бында.
- “Хикәйә”. Детективмы ул, мини-иншамы, әкиәтме, фэнтезимы – иң мөһиме, Интернетты ҡулланғанда хәүефһеҙлек саралары тураһында булһын. Интернет-этикаһы тураһында ла яҙһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ булыр.
- “Видеоролик”. Был номинацияға оҙайлылығы 2 минуттан артыҡ булмаған ирекле стилдәге социаль реклама, йәнһүрәттәр ебәрергә мөмкин.
“Плакат” һәм “Видеоролик” номинацияларына ебәрелгән эштәр конкурстың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөнә ҡуйыла. Ыңғай баһаларҙың (лайк) күплегенә ҡарап улар “Тамашасы һөйөүе” призына ла өҫтәмә рәүештә дәғүә итә.
21 апрелдән һуң жюри ағзалары эштәрҙе тикшерә, ә 30 апрелдә еңеүселәрҙең исемдәре “Башҡортостан Республикаһының белем биреү порталы”нда
https://edu.bashkortostan.ru
донъя күрәсәк.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр, ә ҡатнашыусыларға сертификаттар тапшырыласаҡ.
Конкурстың ҡағиҙәләре "Бәйләнештә" төркөмөндәге яҙмаға беркетелгән.
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?