иҫ китмәле тиҙлек күрһәтеп шайбаны ҡаршы команданың ҡапҡаһына индереп тә ҡуя. Өсөнсө осорҙа "Салауат Юлаев"тың уйынсыһы
Йоонас Кемппайнен тағы бер гол индерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлаевсылар уйындың төп ваҡытында өҫтөнлөктө һаҡлап ҡала алмай. “Авангард”тың легионеры
Виктор Стольберг иҫәпте 3:3 итеп осрашыуҙы овертаймаға күсерә, ә унда Омск хоккейсылары еңеүсе булып сыҡты. Сериялағы иҫәп 1:0, “Авангард” беренсе уйында еңде.