Мәскәү өлкәһенең Балашиха ҡалаһында КХЛ-дың көнсығыш конференцияһы финалының икенсе уйыны "Салауат Юлаев" “Авангард” командаһынан 4:1 иҫәбе менән еңелде. Беренсе осор 0:0 менән тамамланһа, икенсеһендә күпселекте Омск хоккейсылары ҡулдан ысҡындырманы -
Сергей Широков гол индерҙе. Өсөнсө осорҙа юлаевсылар күпселекте файҙаланып,19-сы номер эйәһе
Владимир Э. Ткачев “Авангард”тың ҡапҡаһына шайба индерҙе. Артабан “Авангард”тың һөжүмсеһе
Бек Тэйлор - икенсе,
Кирилл Семёнов - өсөнсө, ә беҙҙең буш ҡапҡаға дүртенсе голды
Алексей Емелин индерҙе.