"Аманат" журналы социаль селтәрҙәрҙә 11 февралдән алып 31 мартҡа тиклем репостар конкурсы үткәргәйне. Ниһайәт, еңеүселәрҙе тәбрикләү сәғәте лә етте. Эйе-эйе, еңеүсене "Аманат"тың фирма сәғәтле итеү ваҡыты ла етте!
Конкурс бер юлы "Бәйләнештә", "Инстаграм" һәм "Одноклассники" сайттарында алып барылғайны. Иң әүҙем уҡыусыларыбыҙ "Бәйләнештә"н булып сыҡты, ә ҡалған ике сайтта уйындың шарттарын үтәүсе булманы. Шуға күрә, еңеүсене "Бәйләнештә"н генә билдәләнек һәм ул берәү генә булды.
31 март сәғәт 22:00-дә иң күп лайк йыйған ҡатнашыусыны билдәләнек. Аптырайһы түгел - сәғәт иң әүҙем, иң тырышҡа эләкте! Заһиҙә Рәжәпованы еңеүе менән ҡотлайбыҙ! Ул 301 лайыҡ һәм 10 репост йыйыуға ирешкән. Афарин!
Заһиҙәнән ҡала 291 лайыҡ (4 репост) йыйған Әҙилә Әлимғужина һәм Гөлдәр Ҡотлобирҙинаға (278 лайыҡ һәм 3 репост) "Аманат"тың Маҡтау билдәләре тапшырыласаҡ. Ҡотлайбыҙ!
Дуҫтар! "Аманат"тың шәп конкурстары күп һәм улар йыл дауамында бара. Ысын! 1 апрель тип, ышанмай ҡалмағыҙ. Бына, мәҫәлән, бөгөн беҙ ииииң шәп шаяртыу (көләмәс) яҙған уҡыусыны билдәләйбеҙ. Ваҡыт күп ҡалманы, ашығығыҙ!