-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 17:20

Ҡаҙағстанда башҡортса уҡый башланылыр

31 мартта бында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса тәүге дәрес булды.

Ҡаҙағстанда «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһы йәкшәмбе мәктәбе форматында эшләй башлай. Был башланғысты ойошманың әүҙемселәре тәҡдим иткән. 31 мартта бында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса тәүге дәрес булды. Дәрестәрҙе аҙнаһына бер тапҡыр ойоштороу күҙаллана.
Йәкшәмбе мәктәбенең үҙенсәлеге шунда: уның ҡәтғи билдәләнгән программаһы юҡ, ә уҡыусыларҙың ихтыяжынан сығып, үҙгәреүе мөмкин. Йәкшәмбе мәктәбенә балаларҙан тыш, туған халҡының йолалары тураһында күберәк белергә теләгән өлкәндәр ҙә йөрөй ала.
«Туған телде уҡытыу уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Илһөйәрлек тәрбиәләү һәм төрлө милли мәҙәниәттәргә хөрмәт уятыу — йәкшәмбе мәктәбендәге тәрбиәүи йүнәлештәрҙең береһе», — тип билдәләне «Аҡбуҙат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһы етәксеһе Урал Аҙнабаев.

Читайте нас в