“Аманат” журналының “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә 2019 йылдың 11 февраленән 31 мартына тиклем алып барылған “Аманат”тың стена сәғәтен отош” уйынында, иң күп репост һәм лайктар йыйып, еңеүгә Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылынан Заһиҙә Рәжәпова өлгәшкәйне. Ул журналдың стена сәғәте һәм Маҡтау билдәһенә лайыҡ булды. Уйында шулай уҡ әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Мәләүез ҡалаһынан Әҙилә Әлимғужина менән Сибай ҡалаһынан Гөлдәр Ҡотлобирҙина Маҡтау билдәһе менән бүләкләнә. Афарин, ҡыҙҙар!